МӘҠӘЛ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘР

Дата Автор Оставить комментарий
  • Ямиль, Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
    Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
    Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
  • Миңә әҙәплек тураһында мәҡәл кәрәк ине
  • ТЕЛ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

    Теле ямандың көнө яман.
    Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.
    Телдең күрке - һүҙ.
    Татлы тел таш ярыр.
    Теле барҙың иле бар.
    Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа.
    Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
    Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
    Тел һөйләй, ҡул эшләй.
    Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
    Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
    Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
    Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
    Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.
    Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр.
    Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
    Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.
    Яман кешенең теле әсе.
    Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел ,бөлдөргән дә - тел.
    Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
    Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт.
    Әсә теле бер була.
    Иләк һорарға ла тел кәрәк.
    Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең.
    Аҙ һөйлә - күп эшлә.
    Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.

  • БАЛАЛАР ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

    Бала бар ерҙә батша юҡ.
    Бала - ата-инәгә алтын бағана.
    Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
    Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
    Бала ҡарыныңда саҡта - эсеңә ауыр, өйҙә саҡта - башыңа ауыр, ситкә китһә - йәнеңә ауыр.
    Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт.
    Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
    Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
    Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
    Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
    Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
    Ир бала – йортҡа терәк.
    Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
    Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
    Ағаһын күреп, ҡусты үҫер,
    Апаһын күреп, һеңле үҫер.
    Ир бала атаһына таяу,
    Ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
    Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
    Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
    Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
    Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
    Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.

  • ярзам итеу турасында карка ине
  • Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү телмәрен биҙәү, уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн арттырыу өсөн ҡулланылалар.
    Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ.
    Әйтем — һамаҡлап әйтелгән һүҙ; башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, кинәйәләп йәки образлы итеп баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш; составы һәм төҙөлөшө тотороҡло булған, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил иткән, лексик яҡтан ойошҡан һүҙбәйләнеш.
  • Алия, Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.
  • АҢ-БЕЛЕМ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

    Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ
    Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.
    Белмәгәндең беләге тыныс.
    Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү - ғәйеп
    Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
    Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә.
    Белгәнгә — ер, белмәгәнгә — гүр.
    Белмәгән белер, белмәгәндән көлөр.
    Белмәгән эшкә ҡатышма.
    Белмәгән эштән шайтан көлгән.
    Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.
    Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.
    Белгәнгә — яңылыш, белмәгәнгә — нағыш.
    Көслө кеше берҙе еңер, белемле кеше меңде еңер.
    Белемле кеше юғалмаҫ.

  • Адиля, Бөгөн һин ярҙам итһәң, иртәгә һиңә ярҙам итерҙәр.
  • Регина, рахмат зур итеп
  • ҙур рәхмәт
  • Мина кушма хуззар менан макалдар карак ине
  • ҺҮҘ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

    Яҡшы һүҙ балдан татлы.
    Әҙерәк һөйләһәң, күберәк ишетрһең.
    Яҡшы һүҙ – йән аҙығы.
    Йылы көн ҡарҙы иретер, йылы һүҙ йәнде иретер.
    Яҡшының үҙе яҡшы, үҙенән һүҙе яҡшы.
    Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
    Ышанма кеше һүҙенә, ышан үҙ күҙеңә.
    Һүҙе ямандың үҙе яман.
    Бер әйткәнде ике әйтмә.
    Үҙең ишетке килмәгән һүҙҙе кешегә һөйләмә.
    Ауыҙың ни әйткәнде ҡолағың ишетһен.
    Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
    Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла.
    Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң - ҡотолорһоң.
    Кешенең белемен һүҙенән аңларһың.
    Кешенең үҙенә ҡарама, һүҙенә ҡара.
    Аҙ һөйлә - күп эшлә.
    Һүҙ яраһы һөңгө яраһынан ҡатыраҡ.
    Әйткән һүҙ-атҡан уҡ.
    Һүҙ тейһә — ағаға, уҡ тейһә боғаға.
    Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә cауабы
    Һүҙенән ҡайтҡан - ир түгел
    Һүҙ күп ерҙә эш аҙ булыр.
    Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.
    Һүҙ һөймәгән тирмән ҡорған.
    Һүҙең менән эшең бер булһын.

  • ХЕҘМӘТ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

    Һөнәрленең ҡулы алтын.
    Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
    Ҡулы белгән бал ашар.
    Сәмле эш - йәмле эш.
    Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
    Эшһеҙ кеше - көсһөҙ кеше.
    Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
    Эше барҙың ашы бар.
    Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
    Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
    Кем эшләмәй, шул ашамай.
    Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
    Аҙ һөйлә, күп эшлә.
    Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
    Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
    Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
    Эшләгәнгә эш ҡарышмай.
    Эш араһында эш бөтә.
    Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
    Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
    Эш беләктә түгел, йөрәктә.
    Эш бөтмәй йән тынмай.
    Эш иплене ярата.
    Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
    Эш кешене кеше итер.
    Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
    Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
    Эш үҙе өйрәтә.
    Эш һөйгәнде ил һөйгән.
    Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡҡа тартыр.
    Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
    Эш һөймәҫте ил һөймә
    ҫ.
    Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
    Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
    Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
    Эше барҙың ашы бар, эше юҡтың ашы юҡ.
    Эше ҡаты, икмәге татлы.
    Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ.
    Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
    Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ.
    Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит.
    Эшең ҡаты булһа, тешеңә йомшаҡ булыр.
    Эшең теүәл булмаһа, кешегә күрһәтмә.
    Эшеңде башлар алдынан аҙағын уйла.
    Эшеңде кешегә тапшырма.
    Эшеңде эш иткәс кенә маҡтан.
    Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
    Эшкә ялҡау (бала) һабаҡҡа аңҡау булыр.
    Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡашығым?»
    Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен
    Эшләгәндән кеше үлмәй.
    Эшләмәй тамаҡ туймай.
    Эшләмәйенсә ашап булмай, ашамаһаң йәшәп булмай.
    Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот.
    Эшләргә иренгән — ашарға тилмергән.

  • Регина, һуғыш тураһында кәрәк ине
  • Гузелия, Һуғыш сығарыр дөрөҫтән тыныслыҡ һаҡлар ялған яҡшы.
    Һуғыш ҡупмаһын, хәтерҙән сыҡмаһын.
    Кәрәкмәй беҙгә һуғыш, донъялар булһын тыныс.
    Тыныслыҡтың төбө - уңышлыҡ.
  • ололарҙы хөрмәтләү тигән мәҡәл кәрәк ине
  • БАШҠОРТ БАЛАҺЫ МИН..., икм2к турахында макалдар карак
  • ТЫУҒАН ИЛ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР
    Иле барҙың – көнө бар.
    Айғыр малға ни етә, йөрөй белгән кешегә; тыуған илгә ни етә, ҡәҙерен белгән кешегә.
    Айырылған ил аҙыр, ҡушылған ил уҙыр.
    Аҫыл кеше алтын тип үлмәҫ, илем тип үлер.
    Ат әйләнеп төйәген табыр, һыу әйләнеп юлын табыр, ир әйләнеп илен табыр.
    Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.
    Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.
    Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
    Берҙә түгел, илдә көс.
    Биле ныҡтың – иле ныҡ, иле ныҡтың – биле ныҡ.
    Данлы егет ил өсөн үлер.
    Дуҫынан айырылған ете йыл илар,
    Иленән айырылған ғүмер буйы илар.
    Ерҙең даны ирҙән.
    Ерҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
    Ерҙән айырылған елгә осор.
    Ере байҙың – иле байыр.
    Ерһеҙ кеше — илһеҙ кеше.
    Икмәк – илдән, һыу – күлдән.
    Ил барҙа сәпсек үлмәҫ.
    Ил барҙа, ир хур булмаҫ, ир барҙа, ил хур булмаҫ.
    Иле барҙың теле бар, теле барҙың иле бар.
    Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр.
    Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн.
    Ил ҡәҙерен белмәгән – башын юғалтҡан,
    Ер ҡәҙерен белмәгән – ашын юғалтҡан.
    Ил намыҫы хур итмәҫ.
    Ил терәге – ир, ир терәге – ил.
    Илгә бирһән ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды,
    Эткә бирһәң ашыңды, эттәр талар башыңды.
    Илгә ҡушылһаң – ир булырһың, илдән айырылһаң – хур булырһың.
    Илдең биле ныҡ булһын, ирҙең күңеле туҡ булһын.
    Илдең көнө ер менән.
    Илдең эше ир муйынында, ирҙең эше ил ҡуйынында.
    Илдә булһа үлмәҫһең, илһеҙ көнөң күрмәҫһең.
    Иле берҙәмдең, көнө берҙәм.
    Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.
    Ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.
    Ир булһаң, илгә таян.
    Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.
    Ир-егетең яҡшыһы ил менән.
    Ир илендә ҡәҙерле.
    Ир те
    рәге – ер.
    Ир – тыуған ерендә, ат – туйған ерендә.
    Ир яҡшыһы илгә ярай.
    Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән.
    Ирҙәр айырылһа, ил таралыр.
    Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ.
    Көтөү ташлаған малды бүре алыр, илен ташлаған ирҙе гүр алыр.
    Күл балығы менән данлы, ил халығы менән данлы.
    Мал ашаған еренә, ир тыуған еренә ҡайтыр.
    Осорорға ел көслө, көрәшергә ил көслө.
  • Рагида, Икмәк – ил байлығы.
    Икмәктән оло булма.
    Икмәк аша атлама.
    Икмәктең валсығын да ергә ташлама.
    Асыҡ ауыҙҙан икмәк тә ҡаса.
    Ер ҡәҙере игендә, кеше ҡәҙере белемдә.